Йәнтөйәк
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Февраля 2021, 12:25

Балыҡсы ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы

Балыҡсы ырыуы йыйынының фәни-ғәмәли өлөшө Урмияҙ ауылы мәҙәниәт йортонда үтеп, унда мәртәбәле ҡунаҡтар, тарихсылар, тел белгестәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.

Бөгөн Асҡын районында "Башҡорт тарихы йылы - данлы тарих - ғорур вариҫ" саҡырыуы аҫтында Балыҡсы ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы. Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә ойошторолған сараның фәни-ғәмәли өлөшө Урмияҙ ауылы мәҙәниәт йортонда үтте.
Хәҙерге ваҡытта Балыҡсы ырыуы вариҫтары Асҡын районының Урмияҙ, Яңы Күскилде, Иҫке Күскилде, Ҡубияҙ, Ҡашҡа, Әмир, Билгеш, Гөмбә, Солтанбәк, Сураш, Кәмәшиҙе, Үршиҙе, Көнгәкбаш, Ташлыкүл, Ҡариҙел районының Муллаҡай, Яңы Муллаҡай, Түбәнге Балмазы ауылдарында йәшәй. Шуға ла съезға ошо ауылдарҙан ырыу вәкилдәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, шулай уҡ баш ҡаланан эксперттар, тарихсылар, тел белгестәре килде.
Бындай йыйындар тыуған ерҙе, тамырҙарҙы өйрәнеүгә ҙур этәргес бирә.
Наилә Имаева.
Читайте нас