Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 22:20
1

Осрашыу һөҙөмтәле үтә

Бөгөн Урмияҙ ауылы мәҙәниәт йортонда “Айыҡ ауыл-2020”республика конкурсы сиктәрендә күсмә ғаилә консультациялары көнө үтә.


Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсының муниципаль этабында еңеү яулаған Урмияҙ ауылында бөгөн күсмә ғаилә консультациялары көнө бик һөҙөмтәле һәм фәһемле үтә.

Урмияҙ ауылы халҡы менән осрашыуға Асҡын районында Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Инзилә Рауфан ҡыҙы Ғәлиева, район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина, попечителлек һәм опека секторы мөдире Илдар Әфғәт улы Әсҡәров, табип-нарколог Рәфил Илүс улы Суфияров һәм башҡа етәкселәр, белгестәр бара. Тәүҙә улар халыҡты шәхсән ҡабул итеп, кәңәштәрен һәм һорауҙарға яуап бирә.

Сараның икенсе өлөшөндә 9-11-се класс уҡыусылары менән уйын-квест ойошторалар. Ә был ваҡытта тышта саф һауала Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары уҡыусылар һәм ата-әсәләр менән күңелле спорт ярыштары үткәрә.

Наилә Имаева.

Читайте нас