Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
2 Февраля 2021, 16:17

Телһөйәр ҡыҙ уңыштары менән һөйөндөрә

Асҡын 2-се урта мәктәбенең 10-сы “б” класында уҡыусы Дилә Хәжиәкбәрова сираттағы уңыштары менән һөйөндөрҙө.



Билгеш ауылында тыуып үҫеп, Ҡашҡа мәктәбендә 9-сы класты тамамлап, бөгөн иһә Асҡын 2-се урта мәктәбенең 10-сы б класында уҡыусы Дилә Хәжиәкбәрова рус әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында призер булды. Етәксеһе - Айгөл Мәжит ҡыҙы Хәтмуллина. Телһөйәр ҡыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ла ҡатнашып, махсус бүләккә лайыҡ була. Уҡытыусыһы – Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрҙә Дилә Дилбәр Зөфәр ҡыҙы етәкселегендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл тулыуға арналған “Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашып, 3-сө урынға лайыҡ булғайны. Телһөйәр, һәләтле ҡыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ! Афарин!
Наилә Имаева.
Читайте нас