27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. 77 йыл элек был көндө Ленинград блокадаһы тамамлана. Ошо дата айҡанлы Ҡышлауйылға урта мәктәбендә “Батырлыҡ дәресе” үтә.
Теманы дауам итеп...
27 ғинуарҙа Ленинград блокадаһы тамамлана. Был дата Рәсәйҙә Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнә. 1941 йылдың 8 сентябренән алып 900 көн дауамында Ленинград халҡы һәм уны һаҡлаусылар оло ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлыҡҡа һынау тота. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, блокада осоронда 400 меңдән миллион ярымға тиклем кеше һәләк була.