Йәнтөйәк
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Января 2021, 18:35

Көнгәктәр Табаҫҡытамаҡҡа килә

Табаҫҡытамаҡ мәктәбендә бөгөн саңғысылар эстафетала етеҙлектә көс һынаша.

- Бөгөн Табаҫҡытамаҡ мәктәбендә спорт байрамы үтте. Һауа торошо ла бик яҡшы булды. Ҡышҡы тәбиғәттең матурлығына хайран ҡалып, һоҡланып йөрөнөк. Урал тауы итәгендә аҡҡан Аяҙ йылғаһын ҡалын боҙ ҡаплаған, ә ҡар өҫтөндә төлкө, ҡуян эҙҙәре күренә.
Саф һауалы, сихри ҡышҡы иртәлә йылға янында Табаҫҡытамаҡ һәм Көнгәк мәктәптәре саңғысылары ҡатнаш эстафетала етеҙлектә көс һынашты. Көнгәктән Алина Мөғинова (7-се кл.), Айбулат Сабитов (7-се кл.), Реназ Миңлеханов (7-се кл.), Виктория Ғөбәйҙуллина (8-се кл.), Айзилә Сабитова (8-се кл.) мәктәп данын яҡланы, ә Табаҫҡытамаҡтан
Марат Зәйдуллин (7-се кл.), Максим Ишанин (6-сы кл.), Рим Әхмәҙуллин (8-се кл.), Ольга Зәйдуллина (8-се кл.), Радмила Мурзина (6-сы кл.), Диана Солтанова (6-сы кл.) эстафетала ҡатнашты.
Стартҡа беренселәрҙән булып Айбулат Сабитов(Көнгәк) һәм Марат Зәйдуллин ( Табаҫҡытамаҡ) сыҡты. Эстафетаны улар Алина Мөғинова һәм Ольга Зәйдуллинаа тапшырҙы. Артабан ярыш шулай дауам итте. Һөҙөмтәлә Көнгәк мәктәбе уҡыусылары етеҙерәк булып сыҡты. Табаҫҡытамаҡтар икенсе урын яуланы.
Был спорт ярышын мәктәп директоры Барый Ниғәмәтйән улы Шәрифисламов, физкультура уҡытыусылары Радик Нурлығаян улы Мурзин һәм Вадим Шакир улы Ғөбәйҙуллин ойошторҙо.
Наилә Имаева.
Читайте нас