

Ҡашҡа ауылында тыуып үҫеп, бөгөн баш ҡалабыҙҙа уңышлы эшләп йөрөүсе Винарис Абдуллин йәмәғәтселеккә өр-яңы йырын тәҡдим итте. Ул “Беҙ Балыҡсы ырыуынан” тип атала.
Йырҙың тарихы тураһында “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙып ҡуйған ул:
“2020 йылда тыуған ауылым Ҡашҡала йәшәүсе Мәхмүт ағайға ғаиләм менән ҡунаҡҡа ҡайттым. Шул саҡ Нуриман ағай ҙа килде. Аралаша торғас, “Беҙ – башҡорттар” тигән йыйын үткәрергә тәҡдим итте Мәхмүт ағай. Мин шунда уҡ танылған композитор апайым Рәүфә Нурмөхәмәтоваға Балыҡсы ырыуы тураһында йыр кәрәк тип, шылтыраттым. Ике көн ҡунаҡ булғандан һуң Өфөгә юлландыҡ. Мин әле ҡатып та етә алманым, Рәүфә апайым йырҙың һүҙҙәрен дә, көйөн дә яҙып та ҡуйған! Шулай Мәхмүт ағайым Ғәлләмов инициативаһы буйынса яҙылған йыр ул! Рәүфә апайыма һүҙ ҙә юҡ, тарихын да, киләсәкте лә ҡайғыртып яҙған, ҙур рәхмәт! Афарин!”
Наилә Имаева.