Яңы йыл календарына ярашлы, бөгөн Башҡортостанда интеллектуаль һәм өҫтәл уйындары көнө билдәләнә.
- Ҡышлауйылға мәктәбенең математика һәм физика уҡытыусыһы Зәбирә Рәфҡәт ҡыҙы Закирова 8-11-се класс уҡыусылары менән аң-белем даирәһен, уйлау, фекерләү һәләтен, иғтибарҙы, хәтерҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән бик шәп сара үткәрҙе. Ҡатнашыусылар ике командаға бүленеп, төрлө биремдәр үтәне. Вилдан Карамов етәкләгән команда 37:18 иҫәбе менән еңеүгә иреште, - тип һөйләне башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина.
Башты эшләтерҙәй уйындар уйнап кинәнгән Ҡышлауйылға уҡыусыларына һәм сараны ойоштороусыларға - афарин! Интеллектуаль уйындар уйлау, аңлау һәләтен, иғтибарҙы, хәтерҙе үҫтерә. Айырыуса балаларҙы ошондай уйындарға йәлеп итер кәрәк.