Бөгөн, 13:30, БСТ каналының "Бәхетнамә" тапшырыуында тура эфирҙа Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы, Башҡорт тарихы йылы, «Шайморатовсылар – 112-е кавалерия дивизияһы яугирҙары» биографик белешмәһе, шулай уҡ Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен, мәҙәниәтен, башҡорт халҡының тарихын һәм бөгөнгөһөн популярлаштырыусы проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса ойошторған конкурсы тураһында әңгәмә ҡорола.
Шылтыратып, һорауҙар бирегеҙ, тәҡдимдәрегеҙҙе еткерегеҙ.
Студия ҡунаҡтары: Айтуған Аҡманов, Юлдаш Йосопов, Азат Ярмуллин, Гөлназ Йосопова.