Йәнтөйәк
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
9 Января 2021, 14:35

Бергә-бергә күңелле!

Ҡашҡала ла саф һауала байрам гөрләп үтә бөгөн!

- Ҡашҡала бик күркәм, күңелле сара үтте бөгөн. "Күңелле ҡышҡы уйындар" тип аталды. Спорт ярыштары, эстафета, уйындар күп булды. Балалар епкә тағылған бүләктәр киҫеп ҡыуанды.
Мәктәп профкомы исеменән Фатима Фазлетдинова мәғариф ветераны Наил Ғаян улын тыуған көнө менән ҡотланы. Тағы ла "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы хеҙмәткәре Резида Хәйрисламованы 50 йәше менән ҡотлап, бүләк бирҙеләр.
Самауыр шыжлап торҙо, теләге булғандар сәй эсеп алды.Сөләймән Хәйрисламов балаларҙы ҡыуандырып, атта йөрөттө.
Сараны ауыл Советы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Эльза Әфтәхова, физкультура уҡытыусыһы Илшат Ғәлләмов менән берлектә ойошторҙо, - тип хәбәр итте Гөлфиә Мәғзүмйән ҡыҙы.
Наилә Имаева.
Читайте нас