Йәнтөйәк
+16 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
9 Января 2021, 13:15

Үҙ-ара дуҫ-татыу һәм һәр саҡ уяу булырға кәрәк

Бөгөн Яңы Ҡаҙансы ауыл китапханасыһы Рида Заманова уҡыусылар менән “Терроризм - йәмғиәткә янау” тип аталған акция үткәрә.

Терроризм хәүефе — бөтә ер шары халҡын ҡурҡытҡан һәм борсоған күренеш. Террорсылыҡ һәм экстремистик күренештәренә ҡаршы көрәш мәсьәләләре хәҙерге ваҡытта айырыуса мөһим. Шуға күрә лә, был ҡурҡыныс күренештәргә юл ҡуймау өсөн саралар күреү - һәр кемдең бурысы. Ошо уңайҙан бөгөн Яңы Ҡаҙансы ауыл китапханасыһы Рида Заманова уҡыусылар менән “Терроризм - йәмғиәткә янау” тип аталған акция үткәрә.
Белеүебеҙсә, терроризмдың нигеҙендә көтөлмәгәнлек, ғауға ҡуптарыу һәм кешегә ҡарата ҡанһыҙлыҡ тора. Һуңғы йылдарҙа терроризмдың интернет киңлектәрендә лә киң таралыуын һәм экстремистарҙың йәштәрҙе һәм балаларҙы хәүефле ойошмаларға йәлеп итеүен иҫәпкә алып, китапханасы балаларҙы социаль селтәрҙәрҙә һаҡ булырға, таныш булмаған кешеләр менән уяу булырға саҡыра.Шулай уҡ ҡурҡыныс хәлдәргә юлыҡмаҫ өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәклеген дә аңлата. Акция сиктәрендә толерантлыҡ төшөнсәһе тураһында ла фекер алышалар.

Наилә Имаева.

Читайте нас