Йәнтөйәк
+22 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
8 Января 2021, 14:25

Мауыҡтырғыс сараларға бай көндәр

Билгештә лә Яңы йыл каникулдары күңелле һәм файҙалы үтә.

Яңы йыл каникулдары - балалар өсөн иң күңелле һәм мауыҡтырғыс мәл. Ял көндәре файҙалы ла, фәһемле лә, иҫтә ҡалырлыҡ та үтһен өсөн беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Ауыл клубы методисы Фидаил Лотфулла улы һәм мәктәп уҡытыусылары менән бергәләп Яңы йыл иртәлеге һәм бал-маскарад ойошторҙоҡ. Ҡыш бабайҙы һәм Ҡарһылыуҙы егелгән атта ҡаршы алыу үҙе бер йәм булды.
Наилә Имаева.




Читайте нас