Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
7 Января 2021, 06:00

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!

Нәҡ ошондай девиз менән Солтанбәк мәктәбе уҡыусылары бергәләп саңғыға баҫа.

Солтанбәктә балалар ҡышты айырыуса ярата. Быны улар ябай ғына аңлата: ҡыш туйғансы саңғыла, санала, тюбингта шыуырға мөмкин. Ә Солтанбәктә тауҙар етерлек! Теләгең генә булһын!

Кисә уҡытыусылар уҡыусылар менән бергәләп саңғыла йөрөү ойошторалар. Егеттәр һәм ҡыҙҙар билдәләнгән араны елдән етеҙ елеп үтә, ниндәйҙер рекорд ҡуйыу өсөн түгел, ә сәләмәтлек һәм яҡшы кәйеф өсөн.
- Саңғыла йөрөү организмға бик файҙалы. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу системаларын нығыта, йоҡоно яҡшырта. Бер нисә сәғәт саңғыла йөрөүҙе матур ғәҙәткә әйләндерергә кәрәк. «Саңғыла йөрөү - сәләмәтлеккә юл» - ти Солтанбәк мәктәбе уҡытыусылары.

Наилә Имаева.

Читайте нас