Йәнтөйәк
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Января 2021, 15:10

Солтанбәктәр Ҡыш бабай менән уйындар уйнап, сәй эсә

Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә саф һауала күңелле байрам ойоштора. Үҙҙәренең әүҙемлеге менән айырылып торған солтанбәктәр ҙә көн дә фәһемле, файҙалы һәм күңелле саралар үткәреп тора. Кисә, “Таҙа ҡыш көнө”ндә мәктәп хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең биләмәһен ҡарҙан таҙартып, тәртипкә килтерә. Бөгөн иһә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡы өсөн саф һауала күңелле байрам ойоштора. Тышта өҫтәл әҙерләп, байрамға ҡунаҡҡа килгән Ҡыш бабай менән бергәләп сәй эсәләр. Төрлө ярыштар, уйындар ойоштороп, күңел асалар. Шыршы тирәләй бейеп, йырлап та алалар. Шулай солтанбәктәрҙең яңы йыл каникул көндәре файҙалы һәм күңелле үтә. Афарин, солтанбәктәр!Наилә Имаева.

Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә саф һауала күңелле байрам ойоштора.

Үҙҙәренең әүҙемлеге менән айырылып торған солтанбәктәр ҙә көн дә фәһемле, файҙалы һәм күңелле саралар үткәреп тора.

Кисә, “Таҙа ҡыш көнө”ндә мәктәп хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең биләмәһен ҡарҙан таҙартып, тәртипкә килтерә. Бөгөн иһә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡы өсөн саф һауала күңелле байрам ойоштора. Тышта өҫтәл әҙерләп, байрамға ҡунаҡҡа килгән Ҡыш бабай менән бергәләп сәй эсәләр. Төрлө ярыштар, уйындар ойоштороп, күңел асалар. Шыршы тирәләй бейеп, йырлап та алалар. Шулай солтанбәктәрҙең яңы йыл каникул көндәре файҙалы һәм күңелле үтә. Афарин, солтанбәктәр!

Наилә Имаева.

Читайте нас