- Ғаилә менән бергәләп ял итеү маҡсатында үткәрелгән “Ҡышҡы уйындар” бик күңелле булды. Ата-әсәләр балалары менән килеп, төрлө уйындарҙа, ярыштарҙа ҡатнашты, шыршы тирәләй йырлап-бейене, Ҡыш бабайҙан бүләктәр алып ҡыуанды. Беҙ, Асҡын районында “Ғаилә” хеҙмәте коллективы, ата-әсәләргә һәм балаларға ышаныс телефоны номерҙары яҙылған буклеттар ҙа әҙерләп тараттыҡ, иҫтәлеккә фотоға төшөү ҙә ойошторҙоҡ. Беҙҙең хеҙмәткә мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙек, кәңәштәр еткерҙек. Был сарала урындағы эшҡыуар Илгиз Камалетдинов балаларға кулектар ҙа таратты. Ғаилә менән ял итеү барыһына ла бик оҡшаны, - тип һөйләне Асҡын районында “Ғаилә” хеҙмәте етәксеһе Инзилә Рауфан ҡыҙы Ғәлиева.