- Спорт байрамында башланғыс кластарҙа уҡыусы балалары менән дүрт ғаилә – Хәбибуллиндар, Кәримовтар, Шәрифйәновтар, Ғиниәтуллиндар етеҙлектә, оҫталыҡта ярышты. Улар, конкурстың положениеһына ярашлы, саңғыла уҙышты, санала ваҡытҡа ярышты, быйма кейеп, хоккей уйнаны. Бик күңелле, ҡыҙыҡ байрам килеп сыҡты. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың да ярыштарҙы күҙәтеп, дәртләндереп тороуы сараға тағы ла йәм өҫтәне. Хәбибуллиндар – 1-се, Кәримовтар – 2-се, Шәрифйәновтар менән Ғиниәтуллиндар 3-сө урынды үҙ-ара бүлеште, - тип хәбәр итте Урмияҙ мәктәбе директоры Резеда Рәүзәт ҡыҙы .
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү йәһәтенән быйыл спорт ғаилә уйындары саф һауала тышта үткәрелә. Республикала уны мәғариф һәм фән министрлығы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында ойоштора.