

“Баҙансат ауылы ла балаларҙың күңелле тауышынан шау-гөр килде. Клуб методисы Олеся Фәтхиева балаларға күңелле ял ойошторҙо. Ҡунаҡҡа Ҡыш бабай килде. Балалар бер-бер артлы шиғырҙар һөйләп, күстәнәстәр алып ҡыуанды. Артабан төрлө ярыштар ойошторолдо. Ҡыш бабай менән бергәләп арҡан тартыу, тюбингтарҙа тауҙан шыуыу барыһына ла бик оҡшаны. Ҡыуаныс өҫтөнә ҡыуаныс өҫтәп Филүс Ғаффаров ағалары балаларҙы атта ла йөрөттө. Шулай саф һауала бергәләп ял итеү, уйындар уйнау бик күңелле, ҡыҙыҡ һәм файҙалы булды. Яңы көс-дәрт алып, күтәренке кәйефтә, байрамдан ҙур ҡәнәғәтлек менән таралышты балалар, - тине Ралия Ғарифулла ҡыҙы.
Наилә Имаева.