Йәнтөйәк
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
4 Января 2021, 10:57

Тыуған яҡ тарихына арнап...

Урмияҙ ауылы китапханаһында фәһемле экскурсия үтә.

Уҡыусыларҙа тыуған яҡ тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында бөгөн Урмияҙ ауылы китапханасыһы Маргарита Рәғил ҡыҙы Әүхәҙиева балаларҙы китапханалағы этнографик мөйөш менән таныштыра.
- 4 ғинуарҙан 10-ына тиклем “Музей һәм балалар” аҙналығы үтә. Ошо аҙналыҡ сиктәрендә бөгөнгө сараны үткәрҙем. Уҡыусылар этнографик мөйөштәге экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны, һөйләгәндәремде ихлас тыңланы. Күргәҙмәләге экспонаттар араһында Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлылары ла, тормош-көнкүреш әйберҙәре лә бихисап. Тематик стендтар һәм альбомдар ҙа фәһемле материал һаҡлай, - тине Маргарита Рәғил ҡыҙы.
Наилә Имаева.
Читайте нас