Йәнтөйәк
+21 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
2 Января 2021, 10:52

Ҡоштарға – тағараҡтар!

Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам итеү өсөн бөгөн Ҡышлауйылға урта мәктәбендә “Тағараҡ” экологик акцияһы үтә.


Йыл һайын районыбыҙ мәктәптәрендә ҡоштарҙы ҡышҡы һыуыҡта һаҡлау өсөн “Тағараҡ” экологик акцияһы үткәрелә. Ҡышлауйылға мәктәбенең биология, география һәм химия уҡытыусыһы Айһылыу Фирдүс ҡыҙы Лоҡманова ла балалар менән ошо акцияға ҡушыла. Был турала беҙгә гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе Эльмира Шәйхуллина хәбәр итте.

- Был акцияла 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы класс уҡыусылары ҡатнашты. Улар ата-әсәләре ярҙамында ҡағыҙҙан, пластик һауыттарҙан, ағас киҫәктәренән тағараҡтар эшләне. Ҡоштар өсөн был үҙенсәлеке “ашхана”ға төрлө ем һалып, кемдер - үҙ йорто алдына, кемдәрҙер мәктәп алдындағы ағастарға бөгөн элде, - тип һөйләне Эльмира Фәүзәт ҡыҙы.

Ҡоштар – тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Уларҙан башҡа тәбиғәт йәнһеҙ. Һәр кем быны иҫендә тотһон ине! Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам итеүсе Ҡышлауйылға мәктәбе уҡыусыларына һәм акция ойоштороусы уҡытыусыларға - афарин!

Наилә Имаева.

Читайте нас