Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
31 Декабрь 2020, 21:00

Ҡырым Республикаһы делегацияһы Өфөгә килде

Башҡортостанға эш сәфәре менән Ҡырым Республикаһының төбәк башлығы Сергей Аксёнов етәкселегендәге рәсми һәм эшлекле даирәләр делегацияһы килде. Сәфәр барышында эшлекле осрашыуҙар, төрлө һөйләшеүҙәр, республикаларҙың экспорт һәм инвестиция ҡеүәттәре менән таныштырыу ойошторолдо.

19 майҙа, көндөң тәүге яртыһында яҡтар Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советы араһында 2017-2019 йылдарға иҫәпләнгән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар планына, шулай уҡ финанс, мәҙәни һәм инвестиция үҙ-ара эш итеү өлкәһендә ведомство-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Саралар планына социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлектең бөтә өлкәләрендәге 12 йүнәлеш индерелгән.

Көндөң икенсе яртыһында Ҡырым делегацияһы «Өфө кабель» заводына, «Фармстандарт-ӨфөВита» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, Өфө дәүләт авиация техник университетына, Нестеров исемендәге музейға, Археология һәм этнография музейына, Салауат Юлаев һәйкәленә барҙы.

Делегацияның сәфәре Конгресс-холда ике төбәктең ижади коллективтарының берлектәге концерты менән тамамланды.

Ҡырымдың Башҡортостандың Рәсәй эсендәге тауар әйләнешендәге өлөшө 0,9 процент тәшкил итә. 2015 йылда сауҙа күләме 2,96 миллиард һумға еткән, шуның менән бергә ошо сумманың төп өлөшө экспортҡа тура килә. 2014 йыл менән сағыштырғанда тауар әйләнеше республиканан аҙыҡ-түлек (һөт һәм ҡаймаҡ, аҡ май) һәм етештереү-техник тәғәйенләнештәге тауарҙар (бензин, дизель яғыулығы) оҙатыу иҫәбенә 175,6 процентҡа артҡан.

“Башинформ”дан алынды.
Читайте нас