Яҙыусы үҙенең дәүере, ике быуат араһындағы уртаһында үҙе ҡатнашып йөрөгән бик күп ижтимағи һәм сәйәси ваҡиғалар хаҡында бәйән итә, халҡыбыҙ һәм республикабыҙ яҙмышы өсөн хәҙер ҙә әһәмиәтле проблемаларҙы күтәрә.
Хәтирәләр иң тәүҙә “Ағиҙел” журналында донъя күргәйне. Уҡыусылар һәм йәмәғәтселек араһында ул ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Яңы китапты “Китап” нәшриәте магазинынан һатып алырға була. Заманыбыҙҙың олуғ шәхесенең йөрәктәге яҙмалары, моғайын, милләттәштәрҙең йөрәгендә лә урын алыр.