Йәнтөйәк
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
1 Января 2021, 13:20

“Вәғәҙәләр йүгереүе”ндә ҡатнаштылар

Ҡышлауйылға мәктәбе уҡытыусылары ла Яңы йылдың беренсе көнөн ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп үткәрҙе.

"Вәғәҙәләр йүгереүе" Бөтә Рәсәй акцияһына Ҡышлауйылға мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары ла ихлас ҡушыла. Унда ҡатнашыусылар яңы тыуған 2021 йылға ҡорған пландарының, биргән вәғәҙәләренең үтәлеүен теләп йүгерә.

- Бөгөнгө сара шул тиклем күңелле үтте. Көн дә аяҙ, йылы булды. Мәктәп директоры Ришат Мөхәмәт улы Лотфуллин Яңы йыл менән йыйылыусыларҙы ҡотлап, барыбыҙға ла уңыштар теләне. Үҙәк урамдан гөрләшеп йүгереп уҙҙыҡ. Сәләмәт тормошто пропагандалаған сарала тотош ғаиләләр ҙә ҡатнашты. Һәр ваҡыттағыса әүҙем, рухлы, спорт һөйөүсе Ралит һәм Лилиә Вәлиевтар ҡыҙҙары Сулпан һәм Әлфиә менән, Мәғдән һәм Гөлзифа Латыповтар улдары Илһам һәм ҡыҙҙары Дилбәр менән спорт байрамына йәм өҫтәне. Байрамға ҡунаҡҡа ҡайтыусылар ҙа беҙҙең менән ҙур теләк менән йүгерҙе. Аҙаҡта скандинав йөрөшө менән дә атланыҡ. Ҡыҫҡаһы: саф һауала күңелле һәм файҙалы ял иттек. Ришат Мөхәмәт улы тәмлекәстәр ҙә таратты. Ғөмүмән, беҙҙең мәктәптә Яңы йыл каникулының һәр көнөндә фәһемле саралар планлаштырылған. Төштән һуң мәктәп спорт залында йәштәр волейбол уйнаны, - тип һөйләне баҫмабыҙҙың әүҙем хәбәрсеһе, Ҡышлауйылға мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина.

Наилә Имаева.

Читайте нас