Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
31 Декабрь 2020, 21:00

Рөстәм Хәмитов күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙамды камиллаштырыу буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙамды камиллаштырыу буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ Рәсәй Президентының «майҙағы» указдарын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ ғаиләне үҫтереү һәм нығытыу, тыуымды дәртләндереү өсөн өҫтәмә саралар булдырыу маҡсатында төҙөлдө.

Указға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса табыш балалар өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған күп балалы ғаиләләр өсөн 2018 йылда өсөнсө йәки унан һуңғы тыуған һәр балаға өс йәше тулғансы ай һайын 8993 һум күләмендә аҡса түләнә.
Башҡортостан Хөкүмәтенә айлыҡ аҡсалата түләүҙең шарттарын һәм тәртибен билдәләргә ҡушылды.
Уны биреү тураһында мәғлүмәт Социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһында урынлаштырыласаҡ.
Читайте нас