Йәнтөйәк
+17 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
30 Декабря 2020, 09:40

Һөйөнсө: яңы магазин асылды!

Асҡын ауылында йәш эшҡыуар “Балыҡ кибете” асты.

Асҡын ауылында “Балыҡ кибете”н асыусы йәш эшҡыуар Наил Туҡтағолов район хакимиәте башлығы Ришат Дихин даими үткәргән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашып, үҙ эшен асырға теләген белдерә. Ул бизнес-планы менән таныштырып, Ришат Марат улынан һәм ошо йүнәлеште алып барыусы белгестәрҙән фәһемле кәңәштәр ала. Тейешле документтар әҙерләп, конкурс талаптарын үтәп, үҙ эшен асыусы булараҡ дәүләт ярҙамы ла алыуға ирешә.
Магазинды асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Илдар Саҙрисламов ҡатнашты. Илдар Валерьевич йәш эшҡыуарға уңыштар теләп, район хакимиәтенең үҙ эшен асырға теләүселәргә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.
— Районыбыҙҙа балыҡ магазинын асыу отошло, сөнки бөгөн нәҡ ошо йүнәлештә эшләүселәр юҡ тиһәм дә була. Беҙҙең магазинда әлегә 200-гә яҡын балыҡ һәм диңгеҙ продукттары тәҡдим ителә. Киләсәктә тауар ассортиментын тағы ла киңәйтергә уйлайбыҙ, — тине Наил Марат улы.
Йүнсел, тырыш, егәрле райондашыбыҙға тик уңыштар ғына теләйбеҙ.
Наилә Имаева.
Марат Юнысов фотолары.
Читайте нас