Йәнтөйәк
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
29 Декабря 2020, 06:20

Кремль Путиндың вакцинацияһы һәм «Спутник V» вакцинаһына ышанысы тураһында һөйләне

Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков Рәсәй Президенты Владимир Путиндың вакцинацияһы мөмкин булыуы һәм уның «Спутник V» Рәсәй вакцинаһына ышаныуы тураһында белдерҙе.#ВладимирПутин#Вакцинация

Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков Рәсәй Президенты Владимир Путиндың вакцинацияһы мөмкин булыуы һәм уның «Спутник V» Рәсәй вакцинаһына ышаныуы тураһында белдерҙе.
Песков журналистарҙың Путиндың ваҡытты һуҙыуының Рәсәй вакцинаһына ышанысы менән бәйле түгелме, тигән һорауҙарына кире яуап ҡайтарҙы. «Әлбиттә, юҡ! Бында бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бер вакцина буйынса йомғаҡ эшләгәс, башҡалары ла буласаҡ, шунан һуң инде Президент ҡарар ҡабул итәсәк», - тине ул.
17 декабрҙә ҙур матбуғат конференцияһы барышында Владимир Путин коронавирустан прививканы «был мөмкин булған көйөнә» эшләтәсәген белдергәйне.
#ВладимирПутин
#Вакцинация
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Михаил Климентьев / РИА Новости
Читайте нас