Йәнтөйәк
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
28 Декабря 2020, 14:02

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте

Районыбыҙҙа ғына түгел, республика, күрше төбәктәрҙә лә билдәле йырсыбыҙ Илгиз Шәкүров өсөн 2020 йыл уңышлы уҙа. Илгиз Сәхил улының эше юғары баһаланып, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Ә күптән түгел уға Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов исеменән татар теле һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты тапшырылды.Мишкә районы.

Талантлы кеше бар яҡтан да һәләтле була, тиҙәр. Илгиз Шәкүров та шулар рәтендә. Ниндәй эшкә тотонһа ла, күңелен һалып эшләй. Тыуған ауылы Бабайҙа үткәрелгән һәр сараның уртаһында ҡайнай, сценарийҙар яҙа, алып барыусы ла, музыкаль биҙәүсе лә ул. Бабай ауылы егете үҙенә генә хас моңло тауышҡа, тембрға эйә. Репертуарында ла тик мәғәнәле, эстәлекле йырҙар.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ауылдаштарының ҡатнашып, финалға сығыуында уның да өлөшө бар.
Илгиз Сәхил улы Мишкә районы хакимиәтендә яуаплы вазифа биләй. Шуға өҫтәп, ул район татарҙары Конгресын етәкләй. Быйыл коронавирус пандемияһына бәйле, ҙур саралар үткәреү мөмкинселеге булманы. Әммә киләһе 2021 йылға Илгиз Шәкүров ҙур пландар ҡора.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас