Төлгөҙбаш ауылы балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсеһе Әлфиә Мәдхәт ҡыҙы Тимербаева “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫмабыҙҙы Төлгөҙбаш ауылында йәшәүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләгә бүләк итте.
Эстафетаны ул Ҡышлауйылға ауылындағы “Чебурашка” балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсеһе Ралия Ғарифулла ҡыҙы Дилмөхәмәтоваға тапшырҙы.
Әйткәндәй, Төгөҙбаш балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ошо көндәрҙә ҡар һындарҙан матур майҙансыҡ та эшләп ҡуйған. Хәҙер баҡсала — Яңы йыл кәйефе!
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса эстафетаға ҡушылыусылар артҡандан-арта бара. Был бик һөйөнөслө! Афарин, етәкселәр!