Йәнтөйәк
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Декабря 2020, 13:35

“Йәнтөйәк” беҙҙән бүләк булһын!”

#БашҡортТеле2020 #Баштел2020#Эстафетадобра#Декадаподписки #АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзитеАсҡын Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Риваль Ринат улы Сәлимов матбуғатҡа яҙылыу буйынса хәйриә эстафетаһына ихлас ҡушылды. Афарин, етәкселәр!

“Изгелек эстафетаһы” сиктәрендә Асҡын Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Риваль Ринат улы Сәлимов “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, Упҡанкүлдә йәшәп, сәнғәт мәктәбенә йөрөп шөғөлләнеүсе уҡыусыға бүләк итте.
“Йәнтөйәк” беҙҙең коллективтан бүләк булһын”, — тине ул.
Эстафетаны ул Балалар ижады үҙәге директоры Ләйсән Кәшфелмәғән ҡыҙы Мөғтәбәроваға тапшырҙы.
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса эстафетаға ҡушылыусылар артҡандан-арта бара. Был бик һөйөнөслө! Афарин, етәкселәр!
Наилә Имаева.
Читайте нас