“Бала саҡтан гәзит-журналдар уҡырға яратам. Шуға ла һәр саҡ район, республика һәм төбәк баҫмаларына яҙылабыҙ. Был, үҙ сиратында, балалар өсөн дә матур өлгө булып тора. Улар йәштән уҡып үҫһә, айырыуса һөйөнөслө. Гәзит аша яңылыҡтарҙы белеү, төрлө файҙалы мәғлүмәт менән танышыу фекерләү ҡеүәһен арттыра, аҡылды үҫтерә. “Йәнтөйәк” гәзитенә лә беренсе һанынан башлап яҙылам. Бик фәһемле, уҡымлы гәзит. Бөгөн “Изгелек эстафетаһы”на ҡушылып, баҫманы Үршиҙе ауылында йәшәгән күп балалы ғаиләгә бүләк иттем”, — тине Дилбәр Марсель ҡыҙы.