Йәнтөйәк
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
17 Декабря 2020, 07:25

“Йәнтөйәк”тән — бүләктәр!

Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһау тантанаһында “Йәнтөйәк” район-ара гәзите Башҡорт теле көнөнә һәм Асҡын районының 90 йыллығына арнап ойошторған “Тыуған ерем – Асҡыным” тигән шиғыр яҙыусылар онлайн-конкурсы еңеүселәре лә тәбрикләнде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Тыуған ерем – Асҡыным” шиғыр яҙыусылар онлайн-конкурсында барыһы 16 райондашыбыҙ ҡатнашты. Улар береһенән-береһе матурыраҡ, фәһемлерәк шиғырҙар яҙып, районыбыҙҙы данланы. Һәр кемдең шиғыры үҙенсәлекле, матур, күңелгә ятышлы булды. Шулай ҙа конкурс булғас, еңеүселәр ҙә була һәм жюри ағзалары уларҙы түбәндәгесә билдәләне:
Иҫке Ҡаҙансынан Гөлфинә Исламова — I,
Ҡарткиҫәктән Рәфиә Ахунова — II,
Арбаштан Фәтхиә Әхмәтдинова III урынға лайыҡ булды.
“Йәнтөйәк” гәзите сайтындағы просмотрҙар буйынса иң күп тауыш йыйып, Шишмә-Үрәкәйҙән Әлфинә Зарипова (1155) тамашасы һөйөүе призына лайыҡ булды.
Мутабаштан Зәүиә Шәрифйәнова (621) — I,
Ҡашҡанан Эльза Әфтәхова (444) — II,
Яңы Ҡаранан Фларида Шәрәфисламова (361) III урынға лайыҡ булды.
Уҡыусылар араһында Урмияҙ урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Алина Усманова еңеүсе тип табылды.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдереп, артабан да шулай рухлы, сәмле, дәрт-дарманлы булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Марат Юнысов фотолары.
Читайте нас