Йәнтөйәк
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
17 Декабря 2020, 13:05

Мөһим кампанияның үҙенсәлеге ниҙә?

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2020 сиктәрендә бөгөн Башҡортостанстат Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә баш мөхәррирҙәр һәм журналистар ҡатнашлығында Zoom аша кәңәшмә үткәрҙе.

Белеүегеҙсә, коронавирус пандемияһына бәйле Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2020 ваҡыты 2021 йылдың апреленә күсерелде. Дәүләттең артабанғы үҫешен билдәләргә ярҙам итәсәк ифрат әһәмиәтле ваҡиға быйыл 1–31 апрелдә уҙғарыла.
Мөһим сараға әҙерлек сиктәрендә бөгөн Башҡортостанстат Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә баш мөхәррирҙәр һәм журналистар ҡатнашлығында Zoom аша кәңәшмә үткәрҙе.
Унда һүҙ быйылғы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының төп яңылыҡтары һәм үҙенсәлеге, ҡулланыласаҡ эш алымдары һәм принциптары тураһында барҙы.
2020 йылғы кампанияның мөһим үҙенсәлеге шунда: ул халыҡ иҫәбен алыу өсөн заман ҡаҙанышы – һанлы технология файҙаланылған тәүге йән­иҫәп булып тарихта ҡаласаҡ. Кеше­ләр дәүләт әһәмиәтендәге был сарала Интернет аша ҡатнаша, йәғни «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы махсус биткә инеп, һорауҙарға үҙҙәре яуап бирә ала. Өй беренсә йөрөүсе йәниҫәпселәр ҡулында иһә электрон планшет буласаҡ.
Ололар араһында боронғоса ҡағыҙ документты өҫтөн күреүселәр күп, улар, бик теләһә, яуаптарҙы ҡағыҙ бланкыларға индерергә мөмкин. Шулай уҡ стационар иҫәп алыу участкалары ойоштороласаҡ.
Наилә Имаева.
Читайте нас