Бөгөн район хакимиәтенең ултырыштар залында республика Башлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән иғлан иткән Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды
Тантанала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин сәләмләне һәм милли мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һәм башҡорт телен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә ҙур өлөш индереүсе етәкселәрҙе, журналистарҙы, әүҙем ағинәйҙәрҙе, йәмәғәтселәрҙе район хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова, район ағинәйҙәрен етәкләүсе Йәриә Ғафур ҡыҙы Ялалтдинова ла райондаштарыбыҙҙы ҡотлап, Башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау, пропагандалау буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыусыларҙы тәбрикләне.
Ҡотлауҙар, сығыштар рухлы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.