Халҡыбыҙҙы туплау, милли мәҙәниәтте, йолаларыбыҙҙы, телде һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе иң әүҙем, иң рухлы, иң өлгөр ағинәйҙәребеҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалына лайыҡ булды.
Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин ҡулынан мәртәбәле награданы “Ағинәйҙәр ҡоро” район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Йәриә Ғафур ҡыҙы Ялалтдинова, Ҡарткиҫәк ағинәйҙәрен етәкләүсе Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина, Ҡаҙансы ағинәйҙәрен етәкләүсе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова алды.
Район тарихында беренсе тапҡыр «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалына лайыҡ булыусы ағинәйҙәребеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да шулай әүҙем, өлгөр, рухлы булыуҙарын теләйбеҙ!