Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Декабря 2020, 09:50

«БР халыҡтары телдәре тураһындағы» Закондың үтәлеше — ғәмәлдә

Бөгөн район хакимиәте янындағы «БР халыҡтары телдәре тураһындағы» Закондың үтәлешен бойомға ашырыусы комиссия ултырышы уҙҙы.

Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин етәкселегендә комиссия ағзалары үтеп барған йылға йомғаҡ яһап, киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына эш планы ҡабул итте.
Шулай уҡ терминологик төркөм Асҡын мәғлүмәт үҙәге әҙерләгән презентация буйынса район үҙәгендәге социаль-мәҙәни объекттарҙағы, сауҙа үҙәктәрендәге һәм башҡа учреждениеларҙағы алтаҡталарҙың һәм яҙыуҙарҙың дөрөҫлөгөн ҡарап сыҡты һәм хаталарын төҙәтеү буйынса кәңәштәр бирҙе.
Артабан алда торған эштәр тураһында фекер алышыу булды.
Наилә Имаева.
Читайте нас