

Әмир ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Бөрө ҡалаһының 4-се мәктәбендә уңышлы эшләп йөрөүсе райондашыбыҙ Гөлнара Ралиф ҡыҙы Ғилманшина ла “Изгелек эстафетаһы”на ихлас ҡушылды. Ул “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, Әмир ауылында йәшәүсе әсәһе Вәғизә апай Исмәғилеваға бүләк итте.
- Бик яҡшы эстафета ойошторғанһығыҙ! Гәзит-журналдар уҡырға, уны таратырға ярҙам итергә кәрәк. Бигерәк тә туған телебеҙҙәге баҫмаларҙы ҡурсаларға кәрәк! Мин йыл да “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, уҡып барам. Киләһе йылға ла яҙылып ҡуйҙым. Бик фәһемле, уҡымлы гәзит, - тип ҡалғандарҙы ла “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылырға өндәне Гөлнара Ралиф ҡыҙы.
Наилә Имаева.