Йәнтөйәк
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
15 Декабря 2020, 09:25

Асҡын журналистары съезда ҡатнаша

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Журналистар союзының ХХII съезы бара. Онлайн форматта үткәрелгән мәртәбәле сарала районыбыҙ журналистары — Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Юнысова менән уның урынбаҫары Миләүшә Хөсәйенова ла ҡатнаша.

Съезда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Рәсәй журналистары союзы рәйесе урынбаҫары Алексей Вишневский, съезд рәйесе Вилдан Ғәлин һәм башҡалар сәләмләне.
Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков отчет доклады менән сығыш яһаны. Онлайн сара дауам итә.
Әле республика Журналистар союзында 1600 ағза иҫәпләнә. Урындағы һәр бүлексәнән съезға берәр делегат һайланды.
Съезд Журналистар союзының юғары етәксе органын тәшкил итә һәм биш йылға бер тапҡыр саҡырыла.
Наилә Имаева.
Читайте нас