Йәнтөйәк
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
14 Декабря 2020, 08:33

Тынғыһыҙ осорҙа

почта хеҙмәткәрҙәре һаҡлыҡ сараларын үтәп эшләй

3 декабрҙән ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу декадаһы бара. Әйткәндәй, ул был юлы 20 декабргә тиклем оҙайтылды. Нәҡ ошо осорҙа почтальондар ҙа, редакция хеҙмәткәрҙәре лә ал-ял белмәй эшләп, тираж йыйып ҡалырға ашыға.
Асҡын районы Солтанбәк почта бүлексәһе коллективы ла ҙур яуаплылыҡ тойоп үҙ эшен башҡара. 2003 йылдан алып бирелә почта начальнигы вазифаһын Люция Арысланова башҡара. Ошо йылдар эсендә ул үҙ эшенең бөтә нескәлектәренә өйрәнеп, бай тәжрибә туплаған. Коллектив ҙур түгел, Люция Маҙһар ҡыҙынан тыш ике почтальон хеҙмәт һала. Физәлиә Әхмәҙуллина 2009 йылдан башлап Солтанбәк ауылы халҡына хат-хәбәр, гәзит-журнал ташыһа, Лидия Әхмәҙинурова Сураш, Кәмәшиҙе ауылдары халҡын 13 йылға яҡын хеҙмәтләндерә.
– Заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Әлбиттә, төп бурыстары­быҙ­ҙың береһе — матбуғатҡа яҙы­лыуҙы ойоштороу, гәзит-журнал­дарҙың тиражын һаҡлауға бу­лышлыҡ итеү. Үкенескә ҡаршы, бөтә ерҙәгесә, беҙҙә лә тираждар йылдан-йыл кәмей. Күптәр баҫмаларҙың ҡиммәт булыуына, хаҡтарҙың бер туҡтауһыҙ үҫеүенә зарлана һәм Интернет аша ла кәрәкле мәғлүмәт табып булыуына һылтана. Шулай ҙа район гәзитенә, республика баҫмаларына ҡағылышлы планды үтәргә тырышабыҙ. Бының ѳсѳн һәр кеше менән уртаҡ тел табып һѳйләшергә, бәйләнеш тоторға кәрәк. Күптәр октябрҙәге декадала уҡ гәзит-журналдарға яҙылып ҡуйҙы. Эш көнө башланыу менән үҙ йомошо менән килеүселәр байтаҡ йыйыла. Кемдер коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй, икенсеһе посылка ебәрә, тауар һатып алырға теләүселәр ҙә ошонда. Был операторҙың көндәлек мәшәҡәтенең бер өлөшө генә.
Хат ташыусылар өй һайын йөрөп ваҡытлы матбуғат, корреспонденция тарата,, ҡағыҙ эше лә уларҙы ситләп үтмәй. Һәр корреспонденцияның, реклама хаттарының, гәзит-журналдарҙың да, һатылған тауарҙың да теүәл иҫәбен ваҡытында һанап, отчет биреп барыу мотлаҡ. Пандемияға бәйле ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, күңелде тѳшѳрмәйбеҙ, эш ауыр тип тә зарланмайбыҙ, ҡушылғанды еренә еткереп башҡарырға тырышабыҙ, үҙ-ара аңлашып, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп эшләйбеҙ, — тине Солтанбәк почта бүлексәһе начальнигы Люция Маҙһар ҡыҙы.
Наилә Имаева.
Асҡын районы.
Читайте нас