Йәнтөйәк
+21 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
14 Декабря 2020, 09:50

Афарин, солтанбәктәр!

Солтанбәк урта мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә бағышланған “Башҡорт теле – минең телем” тип аталған сара үтә. Уҡыусылар гәзит сығара, шиғырҙар һөйләй, туған телебеҙҙе данлап йырҙар йырлай. “Башҡорт теле “ тигән флешмоб та ойошторалар.

Солтанбәк урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Розалия Марат ҡыҙы Факкарова Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәрелгән сараларға байҡау яһаны.
- 2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан йыл башында уҡ эш планы төҙөлдө һәм методик берләшмәлә ҡаралды. Йыл әйләнәһенә саралар ошо тпланға ярашлы үткәрелде.
Февраль айында “Башҡорт теле – заманса тел” тигән тема аҫтында данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы халыҡ-ара диктантта ҡатнаштыҡ.
Март айында “Башҡорт теле-ғаилә теле” тигән баш аҫтында башҡорт ҡыҙҙары араһында гүзәллек конкурсы үткәрелде.
Апрель айында “Исемең матур - кем ҡушҡан?” кластан тыш сара, май айында интеллектуаль уйын “Телен белгән - илен белер”, “Бәхетле осраҡ” уйындары фәһемле үтте. Сентябрь айында йәш ҡәләм тибрәтеүселәрҙең ижади конкурсы “Йәйге ял иҫтәлектәре”, октябрь айында “Республикам, тыуған көнөң менән!” тип аталған әҙәби-музыкаль сара үтте.
Йыл әйләнәһенә уҡыусылар төрлө республика һәм район конкурстарында ҡатнашты. Башҡорт теленә бағышланған “Биишева уҡыуҙары” республика ғилми-ғәмәли конференцияһына һәм “Иң һәләтле китап уҡыусы” конкурсына видеояҙмалар ебәрҙек, “Милли кейемдәр” конкурсында, халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова ижадына арналған республика конкурсында ҡатнашып, сертификат алдыҡ. Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған интернет-олимпиадала сертификат, Ю.А.Гагарин Кубогы олимпиадаһының мәктәп этабында ике уҡыусы И. Мәғәфурова һәм Ю. Шәрәфетдинов еңеү яуланы. Республика “Һылыуҡай – 2020” конкурсында грамота менән бүләкләндек. Райондың 90 йыллығына бағышланған “Күренекле яҡташтарыбыҙ” конкурсында Ирина Мәғәфурова- призер, районда үткәрелгән “Минең шәжәрәм” конкурсында грамота менән бүләкләндек, - тип һөйләне ижади эшләүсе уҡытыусы Розалия Марат ҡыҙы.

Уҡыусылар түбәндәге конкурстарҙа һәм онлайн сараларҙа ҡатнаша:
1. Таңсулпан Ғарипова ижадына арналған республика конкурсы Сертификат Мәғәфурова Ирина Руслан ҡыҙы Шиғырҙар
2. Район күләмендә үткән ”Башҡорт теле йылына бағышланған “Биишева уҡыуҙары” республика ғилми-ғәмәли конференцияһы Мәғәфурова Ирина Руслан ҡыҙы Видеояҙма
3. “Милли кейемдәр” республика конкурсы 7-се класс уҡыусылары Видеояҙма
4. Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл интернет-олимпиадала Сертификат Мәғәфурова Ирина Руслан ҡыҙы Шәрәфетдинов Ю.А
5. Ю.А.Гагарин Кубогы олимпиадаһының мәктәп этабында Сертификат Мәғәфурова Ирина Руслан ҡыҙы, Шәрәфетдинов Ю.А
6. “Иң һәләтле китап уҡыусы республика конкурсы Сертификат Насртдинова Ләйлә Рәузәт ҡыҙы Видеояҙма
7. Республика “Һылыуҡай – 2020” конкурсында Грамота Рәхимйәнова Гөлнур Рәмил ҡыҙы
8. Райондың 90 йыллығына бағышланған “Күренекле яҡташтарыбыҙ” конкурсы Призер Мәғәфурова Ирина Руслан ҡыҙы Шиғыр “Шаһийән Миңлеғәлиев”
9. Район конкурсы “Минең шәжәрәм” Грамота Фазлиәхмәтова Эльмира Мәжит ҡыҙы Шәжәрә

Наилә Имаева.

Читайте нас