Быйыл «Бикбай уҡыуҙары»төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы беренсе тапҡыр онлайн форматта уҙа. Был сара халыҡ шағирының яҡты иҫтәлегенә һәм Башҡорт теле көнөнә арнала. Конференцияға барлығы 400- ҙән ашыу рус һәм башҡорт телдәрендә эш ҡабул ителә. Ике номинация: беренсеһе «Башҡорт балаһы мин ...» - Р.Бикбаевтың тормошо һәм ижады, эшмәкәрлеге тураһында эссе, икенсеһе «Шағир – милләттең йөрәге » тип атала, шағирҙың әҫәрҙәре буйынса буктрейлер.
Ҡарткиҫәк мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Руфина Фәлғәт ҡыҙы Мостафина етәкселегендә уҡыусылар шағирҙың әҫәрҙәре буйынса буктрейлер төҙөп ебәрә. Уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә теманы асҡан, йөрәккә үтеп ингән, шағирҙың ижадын ентекләп өйрәнгән, уй-фекерҙәрен башҡаларға еткерә алған һәм бай мәғлүмәт туплаған эш килеп сыға. Ҡарткиҫәктәр төҙөгән буктрейлер «Шағир – милләттең йөрәге » номинацияһында 3-сө урынға лайыҡ була. Телһөйәрҙәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө ҡала округы хаҡимиәтенең Мәғариф идаралығы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан республикаһының Яҙыусылар берекмәһе һәм Р.Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы ойошторған был мәртәбәле сараның маҡсаты булып, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү һәм Р.Бикбаевтың ижади мираҫына ылыҡтырыу торһа ,төп бурыс булып иһә, балаларҙың ижади һәләттәрен, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен үҫтереү, фекерләй ,яҙа белгән, таланты булған уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы күрә белеү һәм ярҙам итеү , Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаевтың шиғырҙары,поэмалары менән киләсәктә ныҡлап танышыу,өйрәнеү була.