Йәнтөйәк
+22 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
6 Декабря 2020, 05:30

Күренекле яҡташыбыҙ ҙа эстафетаға ҡушылды!

“Нур” татар дәүләт театрында эшләүсе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рида Фәғәметдин ҡыҙы Фәхрисламова ла «Изгелек эстафетаһы»на ҡушылып, гәзит бүләк итте!

Районыбыҙҙа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса старт алған «Изгелек эстафетаһы» тураһында социаль селтәрҙә уҡып, яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнашырға теләк белдерә. Мәҫәлән, күренекле райондашыбыҙ, “Нур” татар дәүләт театрында эшләүсе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рида Фәхрисламова ла хәйриә акцияһында ҡатнашырға теләген белдереп, беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡты. Рида Фәғәметдин ҡыҙы «Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫманы Билгеш ауылында йәшәүсе әсәһе Нәзилә Нурлыхан ҡыҙына бүләк итте. Афарин!
Асыҡ йөҙлө, ихлас, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән һәләтле яҡташыбыҙға районыбыҙ яңылыҡтары менән һәр саҡ танышып барып, изге башланғыстарыбыҙҙы хуплап, дәртләндереп тороуы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм эшендә ижади уңыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, рәхмәтле тамашасылар, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас