Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһаны.
Ҡатмарлы шарттарҙа эшҡыуарҙар үҙ эшен яңыса ҡорорға мәжбүр булды. Мәҫәлән, йыл башында уңышлы эшләгән «Сакура» суши-бар хужабикәһе Мөршиҙә Ғайнулла ҡыҙы ла хәҙер заказдарҙы онлайн ҡабул итеп, өйҙә генә суши һәм роллы әҙерләп, һораусыларға илтә. Күңел асыу саралары кисектерелгәс, кешеләр ҙә барға йыйылмай, шул сәбәпле килем дә аҙая. Ләкин киң күңелле эшҡыуар хәйриә сараларынан ситтә ҡалмай. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса «Изгелек эстафетаһына»ла ихлас ҡушылып, бер түгел, хатта ике гәзит яҙҙырып бүләк итте! Береһен, “Ышаныч” район гәзитен, - Асҡын ауылында инвалид бала ҡараған, ә икенсеһен, “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен, Солтанбәктә күп бала тәрбиәләгән әсәгә юлланы. Афарин!