Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
4 Декабря 2020, 19:35

“Гәзит тоғро дуҫығыҙға әйләнһен!”

Район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Гөлназ Рәзиф ҡыҙы Дихина ла “Изгелек эстафетаһы”на ҡушылды.

Изгелек эстафетаһы” районыбыҙ учреждение һәм ойошмалары буйлап юлын дауам итә һәм унда ҡатнашыусылар артҡандан-арта бара. Район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Гөлназ Рәзиф ҡыҙы Дихина ла “Изгелек эстафетаһы”на ҡушылды. Ул “Аскинская новь” район гәзитенә яҙылып, квитанцияны Асҡын ауылында сәләмәтлеге сикле бала тәрбиәләгән ғаиләгә бүләк итте. “Гәзит күңел йыуанысы, рухи аҙыҡ сығанағы булып, тоғро дуҫығыҙға әйләнһен!” - тигән теләктәрен еткерҙе Гөлназ Дихина.
Гөлназ Рәзиф ҡыҙы матбуғатҡа яҙылыу буйынса эстафетаны Күп функциялы үҙәк етәксеһе Эльмира Фәнзил ҡыҙы Жеребцоваға тапшырҙы.
Афарин, етәкселәр!
Наилә Имаева.
Читайте нас