Йәнтөйәк
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
4 Декабря 2020, 11:40

“Изгелек эстафетаһы” — Ҡышлауйылғала

Матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса эстафетаға ҡушылыусылар артҡандан-арта бара. Был бик һөйөнөслө! Афарин, етәкселәр! Ҡышлауйылға мәктәбе директоры Ришат Мөхәмәт улы Лотфуллиндың “Изгелек эстафетаһы”нкемгә тапшырыуын түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ: #БашҡортТеле2020 #Баштел2020#Эстафетадобра#Декадаподписки #АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите

Ҡышлауйылға урта мәктәбе директоры Ришат Мөхәмәт улы Лотфуллин да “Изгелек эстафетаһы”на тәүгеләрҙән булып ҡушылғайны. Ул “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫманы мәктәп китапханаһына, уҡыусылар уҡып, танышып барһын өсөн бүләк итте.
Ә эстафета юлын дауам итә. Ришат Мөхәмәт улы уны Ҡыйғаҙы мәктәбе директоры Фларид Хәтифйән улы Ильясовҡа тапшырҙы.
Наилә Имаева.
Читайте нас