Йәнтөйәк
+19 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
4 Декабря 2020, 08:20

Изге эштәр арта

Матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек эстафетаһы”н Асҡын 2-се урта мәктәбе директоры Илһам Ғайнулла улы Ғәләүетдинов ҡабул итеп алды. Уның эстафетаны кемгә тапшырыуын түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ: #БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020 #Баштел2020#Эстафетадобра#Декадаподписки #АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите

Кисә, 3 декабрҙә, район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин старт биргән “Изгелек эстафетаһы” районыбыҙ буйлап юлын дауам итә. Мәктәп директорҙары ла матбуғатҡа яҙылыу буйынса ошо хәйриә акцияһына әүҙем ҡушылды. Бөгөн Асҡын 2-се мәктәбе директоры Илһам Ғайнулла улы Ғәләүетдинов “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫманы Билгеш ауылында сәләмәтлеге сикле бала тәрбиәләгән ғаиләгә бүләк итте. Афарин, етәкселәргә!
Илһам Ғайнулла улы эстафетаны Асҡын 1-се мәктәбе директоры Фәрит Зәйнулла улы Шәймәрҙәновҡа һәм Урмияҙ ауылы мәктәбе директоры Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимоваға тапшырҙы.
Наилә Имаева.
Читайте нас