Иҫке Ҡаҙансы «Ағинәйҙәр ҡоро» йәмәғәт ойошмаһы милли йолалар һәм традицияларҙы тергеҙеү менән әүҙем шөғөлләнә. Бына бөгөн дә улар ауыл Советы менән берлектә уҡыусылар ҡатнашлығында саф һауала Сәй байрамы ойоштора.
Ағинәйҙәр үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән шифалы үләндәр тураһында һөйләп, таҡмаҡтар йырлап, үлән сәйҙәренең бик күп сирҙәргә дауа икәнен йәш быуынға еткерә.
Был тема бөгөн бигерәк тә көнүҙәк, сөнки һалҡын тейеү, коронавирус инфекцияһына ҡаршы тороуҙа нәҡ шифалы үләндәр, сәйҙәр иммунитетты күтәрергә ярҙам итә. Был ваҡытта үҙебеҙҙә үҫкән еләк-емештәрҙең дә файҙаһын онотмаҫҡа кәңәш итә ағинәйҙәр. Сара барышында киптерелгән дарыу үләндәре күргәҙмәһе менән дә таныштыралар.
Яңы йылға һанаулы көндәр ҡалыуын иҫәпкә алып, бер йыйылғанда бергәләп ауыл уртаһында ҡуйылған Шыршыны ла биҙәй башлайҙар. Алдан уҡыусылар араһында шыршы уйынсыҡтары эшләү буйынса бәйге иғлан иткән булғандар. Балалар төрлө сағыу уйынсыҡтар яһап килтергән. Еңеүсене уҡыу башланғас иғлан итеп, ҡотлаясаҡтар. Бәйгеселәргә ағинәйҙәр бүләк һәм күстәнәс тә әҙерләгән. Бына шулай, күмәк көс менән улар ауылға Яңы йыл кәйефе лә бүләк иткән бөгөн!