Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
3 Декабря 2020, 08:29

“Йәнтөйәк”ле ағинәйҙәр

Бөгөн матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башланды. Форсаттан файҙаланып, Иҫке Ҡаҙансы ауылы ағинәйҙәрен етәкләүсе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова менән район Советы депутаты, ауыл китапханасыһы Гөлфинә Ҡәтифйән ҡыҙы Исламова ла “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылып та ҡуйҙы!

Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн, 3 декабрҙә, матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башланды. Ул 13 декабргә тиклем барасаҡ. Ошо ун көнлөктә башҡорт телендә сығыусы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә 410 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ, дуҫтар!
Гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрселәре, Иҫке Ҡаҙансы ауылы ағинәйҙәрен етәкләүсе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова менән район Советы депутаты, ауыл китапханасыһы Гөлфинә Ҡәтифйән ҡыҙы Исламова, форсаттан файҙаланып, “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылып та ҡуйҙы! Уларҙан өлгө алып, ҡалғандар ҙа яҙылып өлгөрөр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Наилә Имаева.
Читайте нас