Йәнтөйәк
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
1 Декабря 2020, 19:10

Уңғандарҙың тәҙрә төбөндә лимон үҫә

“Күңел йылыһын биреп, үҙең үҫтергән лимон тәмлерәк!” - ти Яңы Ҡара ауылында йәшәүсе Нажиә һәм Зәләф Мостафиндар.

Хозур тәбиғәт ҡосағында ултырған Яңы Ҡара ауылы уңған, татыу, һәләтле ғаиләләре менән дан тота. Ауылға юл төшкән һайын кешеләрҙең ихласлығына, ҡунаҡсыллығына, йүнселлегенә, бөтмөрлөгөнә һоҡланып ҡайтабыҙ. Был юлы ла Яңы Ҡаранан тик ыңғай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ.
Мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Нажиә һәм Зәләф Мостафиндарҙың уңғанлығы тураһында яҙғаныбыҙ бар ине. Килгән һайын уларға хайран ҡалаһың: нимәгә генә тотонһалар ҙа уны бына тигән итеп башҡарып ҡуялар. Был юлы уларҙың тәҙрә төбөндә һап-һары булып өлгөргән емештәрен көскә күтәреп үҫеп ултырған лимон ағасын күреп хайран ҡалдыҡ. Баҡтиһәң, улар бына бер нисә йыл инде үҙҙәре үҫтергән лимон менән һыйланалар икән!
- Алты-ете йыл элек Зәләф Өфөлә шифаханала ял иткәндә лимонарийға экскурсияға барып ҡыҙыҡ итеп лимон үҫентеһен алып ҡайтҡайны. Күсереп ултыртҡас, ул иркенләп үҫеп китте. Икенсе йылында сәскә атты, емеше булманы, ә өсөнсө йылда лимонын тәмләп ҡарарға яҙҙы. Төҫө лә, тәме лә йылы яҡта үҫә торған лимондарҙан әллә ни айырылмай, киреһенсә, тәмлерәк, хуш еҫлерәк, тышы ла йоҡараҡ, орлоҡтары аҙ, - тип һөйләне Нажиә апай.
Күңел йылыһын биреп үҫтергән лимон ысынлап та бик тәмле булды. Беҙҙең менән һөйләшкән арала Нажиә апай ҡулдарына бәйләмен алды. Ул береһенән-береһе сағыуыраҡ итеп иҙәнгә һәм ултырғысҡа түңәрәктәр бәйләй. Зәләф ағай ҙа тик ултырмай, нәҙекәйбилдәрен - бал ҡорттарын ҡышҡылыҡҡа баҙға керетеп ҡуйғас, иркенләп яратҡан шөғөлөнә тотона. Ул улы менән ағастан һәм башҡа заманса материалдарҙан төрлө йыһаздар яһай.
Уңғандарҙың донъяһы ла балҡып тора, һәр ерҙә тәртип, бөхтәлек. Бына шулай башҡарған эштәренән сәм алып, ауылды йәмләп йәшәй улар.
Наилә Имаева.
Читайте нас