Ҡариҙел районы Бағаҙы ауылында йәшәүсе ҡәйнәм Наилә Рашат ҡыҙы Вәлиева шул тиклем уңған, матурлыҡҡа ғашиҡ ҡатын-ҡыҙ. Уның күркәм сифаттарын һанап бөтөп тә булмай, - тип ҡәйнәһе тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне уның килене Юлиә Раушан ҡыҙы:
- Наилә Рашат ҡыҙы 1954 йылдың 26 июлендә Ҡариҙел районы Зиннатовка ауылында ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килә. Ата-әсәһенә ярҙамсы, аҡыллы, тырыш, эшһөйәр булып үҫә. Мәктәпте тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Ҡариҙел совхозында һауынсы булып башлай. Фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтеп, шунда хаҡлы ялға сыҡҡан. Ваҡытында ул ашнаҡсы ла, китапханасы да булып эшләп алған.
Ҡәйнәмдең ғүмере күптәргә өлгө булырлыҡ, һоҡланырлыҡ! Тормош иптәше Хәнифйән Хафизйән улы менән бик матур, бәхетле, етеш тормошта йәшәйҙәр. Бергә татыу ғүмер итеүҙәренә быйыл 47 йыл тулды. Улар Хоҙай насип иткән ғүмерҙәрен мәғәнәле һәм матур итеп йәшәй белә!
Ауыл тормошо еңел булмағандыр, ләкин улар бер ҡасан да зарланыуҙы белмәне. Һәр эштән тәм табып, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй. Ауыл ерендә халыҡ нимә менән шөғөлләнә алһа, шуларың барыһын да эшләнеләр. Яҙ етеү менән баҡса эштәренә тотоналар. Йәй буйы унда йәшелсә, еләк-емеш гөрләп үҫә, йорт тирәләре күҙ яуын алырлыҡ гөл-сәскәләргә күмелә. Өҫтәүенә һарай тултырып мал-тыуар аҫрайҙар. Уларҙың өлгөрлөгөнә, уңғанлығына хайран ҡалырлыҡ! Һәр эште бергәләп, ең һыҙғанып башҡаралар.
Татыу ғаиләнең мөхәббәт емештәре булып өс ул һәм бер ҡыҙ донъяға килгән. Дүртеһенә лә яҡшы тәрбиә һәм белем биреп, ҙур тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Бөгөн инде барыһы ла ғаилә ҡороп, үҙҙәре атай-әсәй булды, ейәндәр һөйәләр.
Ҡәйнәм йыр-моңға ла бик оҫта, үҙешсән сәнғәттә ҡатнашыусыларҙың береһе ул. Телеңде йоторлоҡ итеп аш-һыу әҙерләй, күҙ яуын алырлыҡ матур итеп ҡул эштәре эшләй.


Наилә Имаева.