Йәнтөйәк
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
29 Ноября 2020, 05:05

Ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!

Һеҙҙе иң гүзәл байрамдарҙың береһе – Әсә көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Һәр беребеҙ өсөн Әсә – изгелек һәм шәфҡәтлелек, ышаныс һәм тоғролоҡ, сабырлыҡ һәм мөләйемлек өлгөһө булып тора. Беҙ барыбыҙ ҙа әсәйҙәрҙең сикһеҙ һөйөүенең, һиҙгер күңеленең һәм хәстәрлекле ҡулдарының ҡәҙерен беләбеҙ һәм уға мәңге рәхмәтлебеҙ. Әсә кеше донъяға яңы йән эйәһе бүләк итә, балаға бишек йырҙары аша әхлаҡ нигеҙҙәрен, рухи ҡиммәттәрҙе һеңдерә. Был матур байрам ғәзиз әсәй-ҙәребеҙ алдында баш эйеү, уның изгелегенә, хәстәрлекле ҡулдарына мәҙхиә йырлау өсөн иң уңайлы сәбәп.
Әсә булыу – яуаплы һәм изгелекле бурыс. Ҡатын-ҡыҙҙар өй йылыһын, ҡотон һаҡлап ҡына ҡалмай, ә бар көсөн, белемен, тәжрибәһен ил эшенә лә ҡуша. Улар ир-егеттәр менән бер рәттән бик күп өлкәлә тырышып хеҙмәт итә.
Шуныһы ҡыуаныслы, Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа әсәлек һәм балалыҡты яҡлау буйынса ҙур эштәр атҡарыла. Бигерәк тә күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһенә оло иғтибар бирелә. Был өлкәгә бик күп закондар, федераль һәм республика программалары йүнәлтелә.
Йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән гүзәл әсәйҙәр! Һеҙгә балаларығыҙҙың тормошта уңыштарға өлгәшеүен күреп, һәр ваҡыт шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Үҫеп етеп, улар һеҙгә үҙегеҙҙән алған изгелек һәм наҙ менән генә яуап бирһендәр. Йорттарығыҙ һәр саҡ үҙ-ара аңлашыу , именлек, муллыҡ һәм бәхеттән балҡып торһон! Был байрам көнөндә бөтә уй-теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Донья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Читайте нас