Йәнтөйәк
+14 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
23 Ноября 2020, 07:12

Мәктәп – беҙҙең ғорурлығыбыҙ

Төплө белем биргән, милли рухты нығытҡан белем усағы бик күп күренекле шәхестәр тәрбиәләгән

Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Оло Шаҙы – боронғо башҡорт ауылдарының береһе һәм элек-электән бында белем һәм тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүленгән.
Дүрт мәсете булған бай тарихлы ауылда мәҙрәсәләр эшләп килгән. Совет осорона күскәндә, байҙарҙың ҙур, иркен йорттарында ауыл халҡын уҡытыу ойошторолған. 1922 йылда тәүге мәктәп асыла. Ауылда уҡытыусылар булмағанлыҡтан, унда тирә-яҡтан килгән белемле кешеләр эшләй. Ауылдан сыҡҡан тәүге уҡытыусы - Иҙиәт Шәйҙулла улы Шәйҙуллин, иң хөрмәтле кеше һанала.
1938 йылда колхозсылар көсө менән яңы мәктәп бинаһы һалына, кабинет системаһы ойошторола. Был мәктәпте төҙөтөүҙә күренекле яҡташыбыҙ, башҡорт яҙыусыһы Али Карнай күп көс һала. Шулай итеп, ауылда урта мәктәп эшләй башлай. Бирегә яҡын райондарҙан килеп, меңдәрсә бала урта белем алып сыға. Был мәктәптә Санкт-Петербургта “Институт благородных девиц” уҡыу йортон тик “5”ле билдәләренә генә тамамлаған Татьяна Иванова бер нисә йыл эшләп китә. Балалар һаны йылдан-йыл арта барғанлыҡтан, яңы уҡытыу бинаһына ихтыяж тыуа.
Ниһайәт, 1973 йылда өс ҡатлы заманса, 200 урынлыҡ интернаты, 120 урынлык балалар баҡсаһы булған мәктәп сафҡа индерелә. Ауыл халҡы өсөн был иҫ киткес шатлыҡлы ваҡиға була. Был осорҙағы мәктәп директоры Ғәденан Мәжит улы Мостафин мәктәптең матди-техник базаһын нығыта.
80-се йылдарҙа мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте туған тел булараҡ уҡытыла башлай. Хәйбулла районынан килен булып төшкән башҡорт теле уҡытыусыһы Данисә Зиннәтулла ҡыҙы Солтанова Оло Шаҙы уҡыусыларына әҙәби тел нормаларын өйрәтеүҙә барлыҡ тырышлығын һала. Уның тарафынан тергеҙелгән халҡыбыҙҙың матур йолалары, башҡорт яҙыусыларына арнап үткәрелгән әҙәби кисәләр уҡыусыларҙа туған телебеҙгә оло ихтирам тәрбиәләй.
2004 йылда күренекле башҡорт яҙыусыһы Али Карнайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар республика кимәлендә үтте һәм мәктәпкә уның исеме бирелде. Уҡыусыларыбыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әнисә Фаат ҡыҙы Закирова етәкселегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика олимпиадаларында, ижади конкурстарҙа призлы урындар яулап, йылдан-йыл ҡыуандыра килә.
2014 йылда мәктәп директоры Рәфис Мәсғүт улы Закировтың тырышлығы һәм ныҡышмалылығы менән бинаға капиталь ремонт яһалды, тәбиғи газ тоташтырылды.
Бөгөн уҡыусылар барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған, заманса йыһазландырылған кабинеттарҙа уҡый. Юғары белемле, беренсе һәм юғары категориялы уҡытыусыларҙың тынғыһыҙ хеҙмәте емешле. Уҡыусыларыбыҙ төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа призлы урындар яулап, Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, һөйөндөрөп тора. Эльвина Фәхрисламова, Зарина Мифтахова - башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадала еңеүсе, Рания Аллаярова тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү олимпиадаһында призер булып танылды. «Ватан юлдары буйлап” фәнни-тикшеренеү конференцияһында Камилла Ғәлинурова 2-се урынға лайыҡ булды. Уҡытыусылар коллективы ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, төрлө саралар уҙғара, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.
Бөгөн дә коллектив яңы ниәттәр менән алға бара, яңы уңыштарға ирешә. Илебеҙгә кәрәкле, милли рухлы, белемле. Илһөйәр йәштәр тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған белем усағы бер ҡасан да һүнмәҫ!
Әнисә Закирова. Оло Шаҙы ауылы.
Читайте нас