Йәнтөйәк
+14 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
23 Ноября 2020, 07:15

Быуындар бәйләнешен һаҡлайбыҙ

Бөрөнөң 9-сы урта мәктәбендә төрлө милләт балалары башҡорт телен өйрәнә

Уҡыусылар бирелә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ үҙләштерә: телдән һәм яҙма рәүештә аралашырға өйрәнә, үҙ милләтенең һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә һәм традицияларына тартыла. Бирелә Римма Мурашкинцева ошо фәнде 15 йыл уҡыта, шулай уҡ туған башҡорт, татар телдәренән һәм әҙәбиәтенән балаларға төплө белем бирә. Әңгәмәбеҙ бөгөн уның менән.
— Римма Сәлих ҡыҙы, ни өсөн был һөнәрҙе һайланығыҙ?
— Барыһы ла бала саҡтан башланды. Мин Асҡын районының Көнгәк ауылында тыуып үҫтем. Әсәйем башҡорт, атайым татар булғанға, бәләкәйҙән ике милләттең дә мәҙәниәтен, телен өйрәндем. Әсәйем, Ғәлиә Әхәт ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ, әҙәбиәткә, уҡытыусы һөнәренә һөйөү тәрбиәләне. Мин уның дәрестәренә йыш бара һәм эшен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә инем. Тиҙерәк уҡырға өйрәнгем килә ине, сөнки әсәйемдең өҫтәлендә һәр ваҡыт сағыу һүрәтле китаптар, журналдар күп була торғайны. Ошо ҡыҙыҡһыныуым әҙәбиәт донъяһына алып килде һәм хыялға әйләнде. Мәктәпте тамамлағандан һуң Бөрө социаль-педагогия академияһының филология факультетына милли бүлеккә уҡырға индем. Уҡыуҙы тамамлағас, 9-сы урта мәктәпкә башҡорт теле уҡытыусыһы булып урынлаштым. Әлеге көнгә тиклем бирелә тырышып хеҙмәт һалам.
— Дәресте, ғәҙәттә, нимәнән башлайһығыҙ?
— Иң беренсе, класта эш һәм үткәнде ҡабатлау өсөн яҡшы мөхит тыуҙырырға кәрәк. Грамматиканы, яңы һүҙҙәр өйрәнеү яңыны, ҡыҙыҡлыны танып белеү менән тығыҙ бәйләнгән, был уҡыусының аң даирәһен киңәйтә. Балалар йылға, күл, тау исемдәре менән таныша. Партаны кем уйлап тапҡанын, ҡыҙыҡлы һөнәрҙәр, ғәҙәти булмаған музейҙар, аяҡ кейемдәре, аҡса тарихы, донъяла ниндәй мәктәптәр булыуы, билдәләр системаһы һәм башҡалар тураһында белә.
— Ә һөйләм практикаһы нисек бара? Һеҙ бит уларҙы һөйләшергә лә өйрәтәһегеҙ...
— Фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу — бик ауыр эш. Дәрестәр мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы булырға, ыңғай тойғолар уятырға тейеш, шул саҡта уҡыусылар телдән һәм яҙма телмәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән күнекмәләрҙе, ижади эштәрҙе тырышып башҡара. Уйындар, йомаҡтар, әкиәттәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр һәм шулай уҡ уйын, компьютер, төркөм менән эш, тикшеренеү технологияларын ҡулланам.
— Дәрестә уҡытыусы етәкселек итеп, уҡыусылар һеҙҙең ҡушҡандарҙы ғына үтәйме?
— Бер ҙә улай түгел. Дәрес башында проблемалы хәл тыуҙырам. Уҡыусылар үҙ аллы дәрестең темаһын билдәләй, маҡсатын һәм бурыстарын ҡуя. Улар тыңлап ултырыусы ғына түгел, тикшеренеүселәр ҙә, уйлап табыусылар ҙа. Яңы лексиканы, грамматиканы үткәндә рус һәм башҡа телдәр менән сағыштырабыҙ. Был балаларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Улар башҡа фәндәрҙән алған белемдәрен ҡуллана. Дәрес аҙағында уҡыусыларҙың яңы теманы нисек үҙләштереүен тикшерәм. Өй эше һәр ваҡыт тиерлек ижади, тикшеренеү эше формаһында бирелә.
— Туған тел дәресенең маҡсатын нимәлә күрәһегеҙ?
— Был, тәү сиратта, телен, мәҙәниәтен, тарихын, традицияларын белгән һәм уны хөрмәт иткән, Тыуған иле, халҡы өсөн ғорурлыҡ кисергән бала тәрбиәләү. Туған телде өйрәнеүҙә, уға ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа конкурстар, олимпиадалар, “түңәрәк өҫтәлдәр”, семинарҙар, фәнни-ғәмәли конференциялар ҙа ҙур роль уйнай. Бының менән бер рәттән проблемалар ҙа юҡ түгел. Шуларҙың береһе — ата-әсәләрҙең туған телгә ыңғай ҡарашта булмауы, йәмғиәттең төрлө өлкәләрендә башҡорт теленә ихтыяж юҡлыҡ.
— Был хәлдән нисек сығырға һуң? Нимәгә таянырға була?
— Тәү сиратта, ғаиләгә. Был проблеманы хәл итеүҙә ғаиләнең ролен күтәрергә кәрәк. Ҡала ерендә ғаиләлә туған телгә һөйөү тәрбиәләмәһәк, һөҙөмтә булмаясаҡ. Туған телдең статусын күтәрергә, заманса йәмғиәттә уның мөһимлеген, кәрәклеген күрһәтергә кәрәк, сөнки нәҡ тел быуындар һәм ваҡыт бәйләнешен булдыра. Йәштәргә туған мәҙәниәттән, туған телдән һәм телмәрҙән башҡа бай тарихлы, традициялы милләттең юҡҡа сығырға мөмкинлеген, туған телде белеү модалы икәнлеген аңлатырға кәрәк.
Һәр бала үҙе йәшәгән ерҙең телен белергә һәм өйрәнергә тейеш. Был уның аң даирәһен киңәйтергә, тыуған яҡ мәҙәниәтен тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Көндәлек тормошта рус милләтле балаларға башҡорт теле кәрәкмәй тигән фекер ҙә бар. Ләкин дәүләт һәм туған телдәрҙе белеү, башҡа фәндәрҙе өйрәнгән кеүек үк, нигеҙ булараҡ кәрәк. Мәҫәлән, химия һәм физика фәндәре тормошта кәрәкмәҫкә лә мөмкин, ләкин улар мотлаҡ мәктәп программаһына индерелгән.
— Яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Ольга Платонова.
Читайте нас